Баш бит

Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 44 190 мәҡәлә бар.

Һәр кем уны төҙөүҙә ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Әүҙем порталдар: Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Һайланған мәҡәлә
Суд Пугачева.jpg

Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы (Пугачёвщина, Пугачёв болаһы, Пугачёв ихтилалы) — казактарҙың, крәҫтиәндәрҙең һәм Урал менән Волга буйы халыҡтарының императрица Екатерина II хөкүмәтенә ҡаршы оло масштаблы һуғышҡа әүерелгән ихтилал.

1772 йылда Яйыҡ ҡаласығында ғәскәрҙең юғары старшиналар ҡатламына һәм хөкүмәт вәкилдәренә ҡаршы казактарҙың ихтилалы башлана. Ихтилал баҫтырыла, әммә казактар баш эймәй, ә яңы сығышҡа сәбәп көтөп шымалар. Бындай сәбәп Яйыҡта үҙен Пётр III тип иғлан иткән Дон казагы, ҡасҡын Пугачев килеп сығыуы менән яңыра. 1973 йылдың 17 (28) сентябрендә Бударин форпосынан башланған Яйыҡ казактарының яңы сығышы бик тиҙ Ырымбур крайын, Уралды, Кама буйын, Башҡортостанды, Көнбайыш Себерҙең бер өлөшөн, Урта Волга буйын ялмап ала. Ихтилал барышында агитация һәм иң мөһим хыялдарҙы тормошҡа ашырыу буйынса вәғәҙәләр һөҙөмтәһендә казактарға башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, татарҙар, Урал заводтары крәҫтиәндәре ҡушыла. 1773 йылдың сентябренән 1774 йылдың мартына тиклем ихтилалдың беренсе этабы баш күтәреүселәрҙең уңыштары менән билдәләнә, әлеге уңыштар иррегуляр казак һәм урыҫ булмаған частарҙың тәжрибәле вәкилдәренең күп һанлы булмаған һәм рухи яҡтан тарҡатылған хөкүмәт ғәскәрҙәренән өҫтөнлөклө булыуы менән бәйле. Ихтилалсылар Ырымбурҙы, Яйыҡ ҡаласығын, Өфөнө баҫып алалар, күп һанлы ҡаласыҡтарҙы, нығытмаларҙы һәм заводтарҙы яулайҙар.

Хәлдең бөтә етдилеген аңлаған хөкүмәт империяның көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге ғәскәрҙәрҙе туплай башлай һәм тәжрибәле булған генерал-аншеф А. И. Бибиковты етәксе итеп тәғәйенләй. Бының һөҙөмтәһендә 1774 йылдың март айында баш күтәреүселәр бөтә урындарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый, күп кенә күренекле ихтилал етәкселәре һәм ябай ҡатнашыусылар ҡулға алына йәки үлтерелә, ҡалғандары тарҡатыла. Әммә Бибиковтың вафатынан һуң, 1774 йылдың апрелендә, ихтилал Көньяҡ Урал завод крайында һәм Тарихи Башҡортостанда яңы көс менән ҡабынa. Пугачев тарҡатылған отрядтарҙы берләштереүгә өлгәшә һәм ауыр еңелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, Урал һәм Кама буйындағы походтарҙан һуң 1774 йылдың июлендә империяның иң эре үҙәктәренең береһе булған Ҡаҙанды баҫып ала.

↪ дауамы…

Исемлек (105) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Composition «Declaration of Independence» in Museum of the History of Azerbaijan 2.jpg

Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы, йәки Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо тураһында акт — Әзербайжан Милли Советы 1918 йылдың 28 майында Тифлиста төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған һәм Әзербайжан демократик республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән документ.

Әзербайжан Демократик Республикаһы барлығы 23 көн йәшәп ҡалған һәм 1920 йылдың апрелендә советлаштырыу һөҙөмтәһендә бөтөрөлгән. Уның урынында барлыҡҡа килгән Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы тиҙҙән Совет Социалистик Республикалар Союзы составына инә.СССР тарҡалғандан һуң, 1991 йылдың 18 октябрендә, Әзербайжан Республикаһының Юғары Советы, 1918 йылғы бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына таянып, «Әзербайжан Республикаһының Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституцион актын ҡабул иткән.

Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә әзербайжан телендә төҙөлгән Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының ҡулъяҙма төп нөсхәһе Әзербайжан Республикаһының Дәүләт архивында, әзербайжан оригинал күсермәләре әзербайжан һәм француз телдәрендә — Баҡыла Әзербайжандың Милли фәндәр академияһының тарих Музейында һаҡлана. Декларация ҡабул итеү көнө — 28 май — Әзербайжанда милли байрам — Республика көнө, ял көнө булып һанала.

1918 йылдың башына Кавказ аръяғында сәйәси хәл ҡатмарлы булып ҡала. Брест-Литовскиҙағы Рәсәй һәм Германия араһындағы тыныслыҡ тураһында уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң, 1917 йылдың 6 декабрендә Кавказда герман-төрөк ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 1918 йылдың ғинуар башында төрөк ғәскәрҙәре Ардаган, Карс һәм Батум өлкәларен баҫып ала. Төрөк ғәскәрҙәренең алға барыуы Кавказ аръяғы комиссариатын 1918 йылдың 6 февралендә Кавказ фронты командующийы Мәхмәт Вәһиб пашаға Ғосман Төркиәһе менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәргә әҙерлеген белдереп телеграмма бирергә мәжбүр итә.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (99) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 25 сентябрь

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

♦ Кисәге: 24 сентябрь ♦ Иртәгә: 26 сентябрьБарлыҡ көндәр

25 сентябрь юбилярҙары *

♦ Кисәге: 24 сентябрь ♦ Иртәгә: 26 сентябрьБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License. A link to the original article can be found here and attribution parties here. By using this site, you agree to the Terms of Use. Gpedia Ⓡ is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd.