Дәүләт

Перейти к навигации Перейти к поиску
Томас Гобстын дәүләт мәҫәләләре тураһында «Левиафан» (1651 год) китабы бите

Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була.

Дәүләт – сәйәси инститтуар берлеге, уның төп маҡсаты йәмғиәтен берҙәмлекте һаҡлау. Хәҙерге капиталистик дәүләттәрҙә дәүләтен маҡсаттары ошондай тип әйтелә:

  • кешенең фән, ижад, шәхси, иҡтисад именлеген һаҡлау
  • кешеләрҙен дөйөм булған рухи һәм материаль байлыҡтары һаҡлау (азатлыҡ, медицина, мәғариф, юлдар, экология һәм башҡа)

реализация и сохранение общих для членов общества материальных и духовных целей и

  • төп шарты: демократия, хакимлыҡ алған кешеләрҙе һайлау

Хәҙерге ваҡытта донъяла 200 яҡын дәүләт бар. Антарктида ерҙә дәүләт юҡ. Община (ябай йәмғиәт) менән сағыштырғанда дәүләт идара иткән социаль класс бар (чиновниктар). Общинала һәр индивидтын идара итергә хоҡуғы бар.[1].

Дәүләттен билдәләмәһе

Нимә ул «дәүләт»? Ошо яуапҡа фәндә һәм халыҡ-ара хоҡуғында берҙәм яуап юҡ.

Халыҡ-ара хоҡуғында дәүләттен билдәләмәһе

Иң эре халыҡ-ара Берҙәм Милләттәр Ойошмаһының территория дәүләт булыуын йәки булмауын фиксация итеү хоҡуғы юҡ. Яңы дәүләтте танырға дәүләт мәжбүр. 1993 йылда Конвенция Монтевидео дәүләттен билдәләмәһен бирҙе.Ошо документ буйынса дәүләттен 4 билдәлә булырға тейеш (территория, кеше, хөкүмәт, башҡа дәүләттәр менән бәйләнештәр төҙөү һәләте). [2].

Фәндә дәүләттен билдәләмәһе

Лазарев Валерий Васильевич дәүләтте ошолой тип билдәләй: дәүләт – сәйәси хакимлыҡтын ойоштороуы, идара иткән класстын йәки бөтә халыҡтын хыялдарҙы тормошҡа ашырған махсус аппараты булыуы.[3].

Платон ҡарашы

Платон дәүләттең килеп сығуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж. Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай: монархия, аристократия һәм демократия. Ошо өс форманың һәр ҡайһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хакимлеге. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркем) кешенең хакимлеге. Уның варианттары: яҡшы кешеләрҙең һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хакимлеге. Демократия — күптәрҙең хакимлеге. Демокартиязаконда нигеҙләнгән формаларҙан иң насар.

Аристотель ҡарашы

Аристотель буйынса дәүләт ғаиләләр, ырыуҙар араһында имән тормошҡа ынтылыш нигеҙендә төҙөлә. Аристотель үҙенең «Сәйәсәт» тигән трактатында йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү хаҡындағы ҡараштарын яҙҙы.

Гегель ҡарашы

Гегель буйынса дәүләт – объектив Рухтын иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт – абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck). Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла. Уларҙын тарихи яҙмышта Рухтын диалектик кәүете эшләй. Ул алмаштырып үҙ аңлау азатлыҡҡа килә.

Конфуций ҡарашы

Дәүләт – ҙур ғаилә. Ил башлығының маҡсаты халыҡты ашатыу һәм өйрәтеү. Байҙарға һәм ярлыларға бүленеү насар түгел.

Аврелий Августин ҡарашы

Аврелий Августин буйныса дәүләт-кешеләрғә беренсе гөнаһ эшләү өсөн яза, бер кешеләр икенселәрғә буйһона. Дәүләт бәхет өсөн түгел, ә кешеләр тормош кисереү өсөн кәрәк. Ғәҙел дәүләт – христиан дәүләт. Августин Аврелий буйынса свет дәүләте – гөнаһ иле, уның прототибы – Рим.

Георг Пухта (1789 — 1846) ҡарашы

Георг Пухта (1789 — 1846) буйынса дәүләт халыҡ рухы менән төҙөлә. Георг Пухта монархия дәүләт төҙөлөшөн яҡланы.

Дәүләт хеҙмәте

Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәте 58-се һанлы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системһы тураһында» федераль законы буйынса көйләнә. Һәр чиновник Класс дәрәжәһе буйынса айырыла. Класс дәрәжәһеРәсәй Федерацияһында федераль, региональ дәүләт хеҙмәткәренең квалификация күрһәткесе.

Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең класс дәрәжәләре

Юғары тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класслы ғәмәлдәге (мѳхбир) дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класслы ғәмәлдәге (мѳхбир) дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класслы ғәмәлдәге (мѳхбир) дәүләт кәңәшсеһе

Баш тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класслы дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класслы дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класслы дәүләт кәңәшсеһе

Башҡарыусы тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класслы кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класслы кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класслы кәңәшсеһе

Баш тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класслы референты
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класслы референты
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класслы референты

Кесе тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класслы кәтибе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класслы кәтибе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класслы кәтибе

Иҫкәрмәләр

  1. Пиголкин А. С., Головистикова А. Н., Дмитриев Ю. А., Саидов А. Х. Теория государства и права: учебник под редакцией А. С. Пиголкина. — Москва: Юрайт-Издат, 2005. — С. 61-63. — ISBN 5-94879-145-9.
  2. Каким образом новое государство или правительство добиваются признания со стороны Организации Объединённых Наций? Каким образом та или иная страна вступает в ООН в качестве государства-члена? Неофициальный документ ООН для информации.
  3. Общая теория права и государства: Учебник. Под ред. Лазарева В. В.. — М.,1994. — С.23
The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License. A link to the original article can be found here and attribution parties here. By using this site, you agree to the Terms of Use. Gpedia Ⓡ is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd.