Төрөк теле

Перейти к навигации Перейти к поиску
Төрөк теле
Үҙатама:

Türkçe

Илдәр:

Төркиә, Кипр Республикаһы, Болгария

Рәсми тел:

Төркиә, Төнъяк Кипр Республикаһы

Һөйләшеүселәр һаны:

~80 млн.

Рейтинг:

19-20

        =
Классификация
Категория:

Евразия телдәре

Алтай ғаиләһе

Төрки тармағы
Уғыҙ төркөмө
Имлә:

Латин әлифбаһы

Тел коды
ГОСТ 7.75–97:

тур 693

ISO 639-1:

tr

ISO 639-2:

tur

ISO 639-3:

tur

Төрөк теле, (төрөксә — Тürk dili, Türkçe, Türkiye Türkçesi), уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәренең береһе. Төркиәнең дәүләт теле. Кипр Республикаһында грек теле менән бер рәттән дәүләт теле булып тора. Әҙәби төрөк теле истанбул диалектына нигеҙләнә. 1928 йылға тиклем ғәрәп яҙыуы, унан һуң латин хәрефтәре ҡулланыла.

Әҙәби төрөк теле X—XI быуаттарҙа Анатолия ярымутрауына үтеп ингән уғыҙ-сәлжүк ҡәбиләләре йоғонтоһонда формалаша. Элек уны ғосманлы теле тип йөрөткәндәр. Ғосманлы дәүерен өс осорға бүлеп йөрөтәләр.

  1. Иҫке ғосманлы осоро — XII-XV быуаттар.
  2. Иҫке ғосманлы осоро — XV-XIX быуаттар.
  3. Иҫке ғосманлы осоро — XIX-XX быуаттар.

Беренсе осорҙа ғәрәп-фарсы телдәре йоғонтоһонда үҫә. Икенсе осорҙа әҙәби телдә ғәрәп-фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр 90 проценттан артып китә. Был әҙәби тел менән һөйләү теле араһында ҙур ғына айырмалыҡтарға килтерә. Өсөнсө осорҙа ғәрәп-фарсы һүҙҙәренән арыныу, төрөк һүҙҙәре менән алыштырыу, әҙәби телде һөйләш теленә яҡынайтыу мөмкинлеген ҡарайҙар[1]

Лексика, фонетика һәм синтаксис яғынан төрөк теленә иң яҡын телдәр – Молдавия, Румыния һәм Болгарияла таралған гагауз теле һәм (гагауз һәм балҡан-гагауз телдәре), ҡырым татарҙары теленең көньяҡ диалекты.Әзербайжан теле әҙәби төрөк теленә яҡын[2]

Төрөк алфавиты

Төрөк әлифбаһында 29 хәреф: a b c ç d e f g ğ h ı i j k l m n o ö p r s ş t u ü v y z. Шул иҫәптән 6 төрөк (ğ, ü, ş, i, ö, ç).

A B C Ç D E F G Ğ H I İ J K L M N O Ö P R S Ş T U Ü V Y Z
a b c ç d e f g ğ h ı i j k l m n o ö p r s ş t u ü v y z
а б җ/дж ч д е/ә ф г ғ һ/х ы и ж к/ҡ л м н о ө п р с ш т у ү в й з

Төрөк әлифбаһы — хәҙерге төрөк алфавиты. 1928 йылда Мостафа Кәмал Ататөрк тарафынан индерелә.

Граматикаһы

Төрөк теле агглютинатив тел.

Интонация һәм баҫым

Интонация һәм баҫым башҡорт теле менән оҡшаш.

Сингармонизм

Төрөк теле аффикстары

  • -dır, -dir, -dur, -dür,- tır, -tir, -tur, -tür (-дыр, -дир, -дур, -дүр, -тыр, -тир, -тур, -түр).

Киҫәксәләр

  • -mı

Морфология

миҫал:

Uçurtmayı vurmasınlar. Осар йыланды бәрмәһендәр

Ошо һөйләмде бүлергә мөмкин: Uçurtma-yı vur-ma-sın-lar. Осоу йылан — уны бәреү-юҡ- шулай булһын -улар.

  • Türkleştiremediğimizlerdensinizdir. —
  • Afyonkarahisarlılaştıramadıklarımızdan mısınız?

bahçe-de (баҡсала), lokanta-da (ресторанда).

dişçi + niz — dişçiniz һеҙҙен теш табипы,

köprü + nüz — köprünüz һеҙҙен күпер

Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр

iki masa ve üç sandalye getır. Ekmek kes.

Ики маса ве үч сандалъе гетыр. Экмек кес.

Ике өҫтәл һәм өс ултырғыс килтер. Икмәк киҫ.

Арауыҡта йөрөү һүҙҙәре

  • ön – өн, кеше алдынан арауыҡ

önüne bak! — аяҡ алдына ҡара!

Төрөк телендә ай исемдәре

  • Ocak ғинуар
  • Şubat февраль
  • Mart март
  • Nisan апрель
  • Mayıs май
  • Haziran июнь
  • Temmuz июль
  • Ağustos август
  • Eylül сентябрь
  • Ekim октябрь
  • Kasım ноябрь
  • Aralık декабрь

Төрөк халыҡ мәҡәлдәре

Aç ayı oynamaz. Ас айыу уйнамаҫ.

Allah gumuş kapıyı kaparsa, altı kapıyı açar. Алла көмөш ишекте япһа, алтын ишекте асыр.

Aç tavuk kendini arpa ambarında sanır. Ас тауыҡ үҙен арпа амбарында (тип) һанар.

Açık yaraya tuz ekilmez. Асыҡ яраға тоҙ түгелмәҫ.

Практик транскрипцияһы

Әҙәбиәт

  • Зәйнуллина Г. Д. Төрөксә-башҡортса һүһлек. — Өфө. Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1996. −184 бит. ISNB 5-295-01920-9
  • Зәйнуллина Г.Д. Төрөксә-башҡортса һүҙлек. - Өфө. Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1996. -184 бит. ISNB 5-295-01920-9
  • Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции. Отв. Ред. Э. Р. Тенишев. М.: Наука, 2002
  • The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License. A link to the original article can be found here and attribution parties here. By using this site, you agree to the Terms of Use. Gpedia Ⓡ is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd.