Энциклопедия

Перейти к навигации Перейти к поиску
Энциклопедия

Энциклопе́дия (бор. грек. ἐγκύκλιος παιδεία «тулы түңәрәктә уҡытыу», κύκλος «түңәрәк» + παιδεία «уҡытыу, пайдейя») — айырым тармаҡтарҙан торған һәм билдәле системаға һалынған барлыҡ кешелек туплаған белемдәр йыйынтығы. Шулай уҡ энциклопедия тип төрлө фәндәргә күҙәтеү булған (башлыса һүҙлек формаһында) фәнни-белешмә ҡулланманы атайҙар[1]. Киң мәғәнәлә — төрлө темаға бағышланған һәм күп китап уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән фәнни мәғлүмәт һәм белешмә йыйынтығы.

Ысынында иһә энциклопедияның маҡсаты — киләсәк быуын өсөн беҙ бер нәмә лә эшләй алманыҡ тип онотолоп ҡалмау өсөн, беҙҙән алдараҡ килгән быуындың хеҙмәте бушҡа китмәһен һәм беҙҙән һуң килгән быуын белем менән байып йомартыраҡ һәм бәхетлерәк булһын тип, бөтә донъяла таралған белемде бергә туплап, хәҙер йәшәгән кешеләргә аңлайышлы һәм беҙҙән һуң килгән быуандарға тапшырыу өсөн бер йыйылма яһау.

Дени Дидро[2]

Төшөнсә =

Беҙгә билдәле булған энциклопедия XVIII быуатта барлыҡҡа килә. Ул һүҙлек өогөһөндә төҙөлгән була. Уҡыусыға һүҙлек тик һүҙҙең аңлатмаһын ғына бирә, һүҙлектәр уҡыусы һүҙҙең мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе тураһында минимум мәғлүмәт бирә. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн энциклопедия предметты тәрәнерәк өйрәнә һәм был турала булған белемде тулыраҡ бирә. Йыш ҡына энциклопедия географик карталар, иллюстрациялар, библиография һәм статистика тураһында мәғлүмәтте берләштерә.


Белем өлкәһе

11 095 томлы «Юнлэ дадянь» энциклопедияһы — тарихта иң ҙур энциклопедия

Энциклопедиялар универсаль (мәҫәлән, «Большая советская энциклопедия», «Британия энциклопедияһы», «Википедия»), тармаҡ («Математик энциклопедия», «Техник энциклопедиия»), региональ, ғәмәли мәсьәлә һәм шәхси булыуы мөмкин.

Универсаль энциклопедиялар

Универсаль энциклопедия — донъя һәм кешелек тураһында барлыҡ белемде берләштәргән энциклопедия[3]. Император Тит Флавий Веспасиан өсөн Өлкән Плиний төҙөгән тарих китабы универсаль энсиклопедияның иң боронғо миҫалы.

Кем өсөн тәғәйенләнгән

Энциклопедия адресланған аудитория:

  • уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса
  • уҡыусының йәше буйынса

булыуы мөмкин.

Уҡыусының әҙерлек кимәле буйынса энциклопедия билдәле бер белем өлкәһенән материал бирә (мәҫәлән, медицина, философия, хәрби эш һәм юриспруденция тураһында) һәм был өлкәлә билдәле булған терминдарҙы ҡуллана.

Уҡыусының йәше буйынса әҙерләнгән энцикопедия предметты аңлатыу тәрәнлеге буйынса, шрифт һәм бәйән итеү стиле буйынса айырыла.

Фарси энциклопедияһы

Төҙөү ысулы

Белешмә булараҡ ҡулланыу өсөн энциклопедияны төҙөү ысулы бик тә мөһим. Тарихи яҡтан ике төп төҙөү ысулы һаҡланып килгән: алфавит буйынса һәм иерархия буйынса.

Алфавит (йәки алфавит буйынса һүҙҙәр) буйынса төҙөү ысулы буйынса бер-береһе менән бәйләнмәгән энциклопедик мәҡәләләр алфавит буйынса урынлаша. Мәҡәләләр айырым һүҙҙәр йәки һүҙ бәйләнештәр менән айырылған энциклопедияларҙы энциклопедик һүҙлек тип атайҙар. 82 томлы Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге, 58 томлы Гранат энциклопедик һүҙлеге быға миҫал. Мәғлүмәт бик ҡыҫып бирелгән энциклопедик белешмәләр ҙә була, улар энциклопедияның башҡа төрө.


Система (йәки логика-тематика, иерархия) буйынса төҙөү. Мәғлүмәтте биреү белем тармағы буйынса төҙөлгән энциклопедиялар ҙа була. Мәҫәлән, 12 томлы Балалар энциклопедияһы.

Ҡатнаш энциклопеяларар ҙа була. Мәҫәлән, «Ҙур совет энциклопедияһы» алфавит буйынса төҙөлгән, әммә «СССР» тигән томы логика-тематика (иерархия) буйынса төҙөлгән.


Энциклопедяла кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү өсөн электрон ҡоролмалар яңы мөмкинлектәр аса, мәҫәлән кәрәкле мәғлүмәтте мөһим (асҡыс) һүҙ буйынса табырға була.

Тарих

Боронғо энциклопедиялар

«Энциклопедия» тигән термин ҡулланышҡа XVI быуатта ғына инһә лә, энциклопедик хеҙмәттәр боронғо замандан уҡ билдәле булған. Б.Э.Т II быуатта Боронғо Мысырҙа терминдар һүҙлеге төҙөлгән. Б.Э.Т XII — X быуаттарҙа Боронғо Ҡытайҙа белемдәр йыйынтығы эшләнгән. Урта быуаттарҙа энциклопедия христиан донъяһында ла бик популяр булған: көнбайышта Исидор Севильский хеҙмәттәре, көнсығышта Суда исемле византия һүҙлеге билдәле булған.

Б.Э.Т 350 йылда Спевсипп беренсе тапҡыр кешелек йыйған бөтә белемде бергә тупларға тырышып ҡарай. Уның хеҙмәттәре һаҡланмаған.

Спевсиптан айырмалы булараҡ,«Эр Я» исемле Ҡытайҙа йыйылған энциклопедия һаҡланған (Б.э,т IV—II быуаттар). Б.Э.Т 239 йылда тамамланған «Анналы Люй Бувэя» (Лю әфәнденең яҙғы һәм көҙгө йылъяҙмаһы) заманына күрә бөйөк энциклопедия була. Уны төҙөүсе Люй Бувэй кешелеккә билдәле булған бөтә белемде туплай алыуына шул тиклем ышанған, хатта энциклопедияға бер һүҙ өҫтәй алған йәки ундағы мәғлүмәткә ризаһыҙлыҡ белдергән кешегә наградаға 1 кг алтын вәғәҙә иткән[4].

Өлкән Плиний төҙөгән «Тәбиғи тарих» боронғо замандың иң тулы энциклопедияһы. Был хеҙмәт 77 йылда тамамлана һәм 37 томдан 2500 бүлектән тора. Уны төҙөүҙә 100 автор . 2000 хеҙмәтен тәҡдим иткән. 20 мең иғтибарға лайыҡ «факттар» ғына һайланып алынған.

Атхарваведа тигән боронғо хеҙмәт тә киңлеге буйынса энциклопедияға яҡын, унда батшалыҡ, туй, ерләү тураһында төрлө ылымдар, аласыҡ төҙөү, дауалау ысулдары яҙылған.

Урта быуат энциклопедиялары

Юнлэ дадянь энциклопедияһы. Текст ике бағана менән яҙылған.

Мосолман Көнсығышында X быуаттан дүрт томлыҡ «Таҙалыҡ фекерҙәштәре энциклопедияһы» (урыҫса «Энциклопедия братьев чистоты») билдәле була. Ул төрлө белем өлкәләренә арналған 50 популяр очерктан торған. Ошондай белешмә баҫмаларҙан был энциклопедия берҙән-бер булған[5]..

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь русского языка: В 4 т. / Под ред. Д. Н. Ушакова.— Репринтное издание: М., 1995
  2. Denis Diderot and Jean le Rond d'Alembert Encyclopédie. University of Michigan Library:Scholarly Publishing Office and DLXS. Retrieved on: November 17, 2007
  3. http://slovari.yandex.ru/dict/milchin/article/mil/mil-2271.htm Яндекс. Словари: Универсальная энциклопедия
  4. Джеймс П., Торп Н. Древние изобретения. — Мн. — 1997 — Стр. 634—635 — ISBN 985-438-139-0
  5. Павел Вячеславович Густерин. Энциклопедия братьев чистоты.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.
The article is a derivative under the Creative Commons Attribution-ShareAlike License. A link to the original article can be found here and attribution parties here. By using this site, you agree to the Terms of Use. Gpedia Ⓡ is a registered trademark of the Cyberajah Pty Ltd.